Яңылыҡтар:

21.02.2020

Башҡортостанда бөгөн халыҡ-ара туған телдәр көнө. Республика халҡы 6 телдә диктант яҙа ала: рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт. Диктант 112 - се башҡорт кавалерия дивизияһы эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы командиры Миңлеғәли Шаймуратовтың 120 йыллығына арналған. Диктант яҙыусы-публицист, Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, элекке политбүлек начальнигы урынбаҫары, 112 - се кавалерия дивизияһы Сабир Ҡадировтың "Урал бөркөтө" әҫәре буйынса яҙыласаҡ. Илеш районында сәғәт 14:00 Баҙытамак ауылы мәктәбендә ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары белемдәрен тикшерер өсөн йыйыласаҡ.

14.02.2020. 

7-се синыф уҡыусылары синыф етәкселәре менән бергә Уяндыҡ ауылында урынлашҡан " Ал роза" сәламәтләндереү комплексына барҙы. Улар унда рәхәтләнеп конькиҙа шыуып, яҡшы кәйеф менән ҡайттылар.

04.02.2020 

Баҙытамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хабибуллина Ләйлә Фидәрис ҡыҙы "Йыл уҡытыусыһы - 2020" район конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булды. 

25.01.2020 

Баҙытамаҡ урта мәктәбе уҡыусылары, синыф етәкселәре менән бергә, ауыл халҡына ярҙам иттеләр. 

Бөгөн Юғары Яркәйҙең саңғы трассаһында уҡыусыларҙың XXII спартакиадаһында Илеш районы төҙөлөүҙең 85 йыллығына бағышланған саңғы ярыштары уҙҙы. Һәр команданан 3 ҡыҙ һәм өс егет стартҡа баҫты. Ярыш бик "ҡаты" булды. Ауыл командалары араһында беҙҙең мәктәп командаһы 1 се урын алды. Тренер Марат Айҙар улын һәм команданы ҡотлайбыҙ!

9-10 сы ғинуар көндө Өфөлә татар, мари, сыуаш, удмурт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадасы үҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең мәктәптән был сарала татар теле һәм әҙәбиәтенән ике, мари теленән ике уҡыусылар ҡатнашты. 10 сы синыфтан Шәйхлисламова Зилиә, 9 сы синыфтан Хәмиҙуллина Алһыу еңеү яуланылар һәм планшеттар менән бүләкләнделәр....

Бөрө ҡалаһында уҡыусыларҙың "Совенок-2020" Республика фәнни - практик конференцияһы уҙҙы. "Әтәс ауылының барлыҡҡа киеүе" тигән эше мелән 9 сы синыф уҡыусыһы Миңнуллин Азамат уңышлы сығыш яһап, 1 се урынды яуланы. Азаматты һәм Ралиә Камил ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, 04.09.2019, 5 - се класс үҙенең класс етәксеһе Хабибуллина Ләйлә Фидәрис ҡыҙы менән бергәләп, хөрмәтле уҡытыусыларға байрам концерты ойошторҙолар.

Создано с помощью Webnode
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать